Транспорт компанияһы хеҙмәткәре контузия, бик күп төрлө баш, бит йәрәхәттәре алған. Машинала барған ике ир Нәһретдин ауылы базаһына барышлай, юлда айыуҙы күреп, туҡтамаҡсы итә. Йыртҡыс ҡапыл ирҙәрҙең береһенә яҡынлашып, һөжүм итә башлай. Иптәше ҡысҡырып һәм монтировкаһы менән һелтәнеп, уны саҡ ҡыуып ебәрә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина әйтеүенсә, яраланған ирҙе Өфө дауаханаларының береһенә килтергәндәр. Пациенттың үҙ аңында, хәле ауыр булыуы билдәле.
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова.