Даирә
+17 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
21 Апреля 2021, 10:15

Апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы машина тапаған

Балаларҙың өҫтөнә 65 йәшлек водитель ҡатындың машинаһы менгән...Тулыраҡ

Кисә Өфөлә мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Һигеҙенсе класта уҡыған апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы йәйәүлеләр үткәүелендә тапағандар. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Honda CR-V водителе уларҙы күрмәгән. Рулдә 65 йәшлек ҡатын кеше булған.
Авария Совет майҙаны янында була. Балалар йәрәхәттәр алған.
"ЮХХДИ сираттағы тапҡыр водителдәргә мөрәжәғәт итеп, балалар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Юлығыҙҙа балаларҙы күрәһегеҙ икән, алдан уҡ тиҙлекте кәметегеҙ. Шулай уҡ туҡталыштар, парктар, скверҙар, балалар майҙансыҡтары янында ла тиҙлекте арттырмағыҙ", - тиҙәр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Apali-e-lele-i-ar-i-mashina-tapa-an-770099/
Читайте нас