Һәр кем елле, ҡоро көндәрҙә ҡоро үләнгә ут тоҡанһа тиҙ янып китеүен яҡшы белә. Шуға ҡарамаҫтан, һаҡлыҡ күрһәтмәй. Былар ҙур бәләгә килтереүен аңларға тейешбеҙ.
Бер аҙна эсендә генә район биләмәһендә 6 янғын осрағы булды, уларҙың өсәүһе баҫыуҙарҙағы үләнгә ут тоҡаныу. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы ауылында сүп-сар, мунса янды, Атйетәр ауылында шәхси ут янды.
Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙе һаҡ булырға саҡырабыҙ һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар барлығы хаҡында киҫәтәбеҙ.