Баш ҡалала төндә сыҡҡан янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, фажиғә төнгө сәғәт 12 тирәһендә Чеверев урамындағы ике ҡатлы алты фатирлы йортта сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр уттың подвалда башланыуын билдәләгән. Ҡотҡарыусылар йорттан биш кешене алып сыҡҡан.
Сәғәт 1-се яртыла ҡуйы төтөн таралған бина эсендә ир менән ҡатындың барлығын шәйләгәндәр. Уларҙы урамға алып сыҡһалар ҙа, икеһе лә зарарлы төтөн һулауҙан һәләк булған. 92 йәшлек пенсионерға медицина ярҙамы күрһәтелгән, ул дауаханаға оҙатылған.
Подвалда сыҡҡан янғындың сәбәбен асыҡлау дауам итә.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.