Даирә
+21 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
22 Марта 2021, 04:52

Барыһы ла иҫән ҡалған

Шаран районының Йомаҙыбаш ауылындағы дүрт балалы ғаилә янғынды иҫкәртеү ҡорамалы арҡаһында иҫән ҡалған.

Кискеһен ғаилә йоҡларға әҙерләнгән ваҡытта янғын иҫкәртеү приборы “телгә килгән”. Хужабикә веранда ишеген асып ҡараһа, ҡуйы төтөн аша ундағы йыһаздарҙың, ағас стеналарҙың яна башлауын күрә.
Ҡатын тиҙ генә балаларҙы йыйып тәҙрә аша урамға сығара, аҙаҡ иренә сығырға ярҙам итә. Бәхеткә ҡаршы, бөтәһе лә имен-аман янғындан ҡотолған, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Йорт хужалары янғынды үҙ көстәре менән һүндереп, уның йортҡа күсеүенә юл ҡуймаған. Янғын һүндереүселәр конструкцияларға һыу һиптереп, ут таралыу хәүефен туҡтатҡан.
Ғаилә былтыр льготалы программа буйынса янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы менән тәьмин ителгән булған. Ул үҙенең функцияһынса тулыһынса үтәп, янғын сығыуын иҫкәртеп, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалды. Был аҡыллы ҡулайлама былтыр ҙа байтаҡ ғаиләләрҙе фажиғәләрҙән араланы.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас