Даирә
+17 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
10 Марта 2021, 07:42

Янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлгән...

Кисә Туймазы районының Нижнетроицкий ауылындағы ағас йорттарҙың береһенә "ҡыҙыл әтәс" ҡуна. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғын сығыуы тураһында хәбәр киске сәғәт 6-сы яртыларҙа алына.

Бер сәғәттән һуң ваҡиға урынында тулыһынса ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта ике кешенең ғүмере өҙөлә. Янғын һүндереүселәр 56 йәшлек ҡатындың һәм 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға.

Осраҡ буйынса тикшереү бара, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йортта ут яҡҡанда йәиһә йылылыҡ электр приборҙарын ҡулланғанда, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ут шаярғанды яратмай, уның менән һаҡ булығыҙ!

Фото:БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайты.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас