Бер аҙҙан фажиғәнең видеояҙмаһы ла таралды: унда еңел автомобилдең ике йөк машинаһы араһында ҡалған аяныслы мәле теркәлгән. Һәләкәттә ике кешенең ғүмере өҙөлөүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Кадрҙарҙан күренеүенсә, “КамАЗ” автомобиле водителе тормозға баҫып өлгөрмәгән йә транспорт сараһының был механизмы эшләмәгән, шуға күрә ауыр транспорт алдында торған еңел автомобилде “Volvo” йөк машинаһы аҫтына этеп алып барып индергән.
Асыҡланыуынса, йөк машиналары араһында ҡалған “Mitsubishi Lancer“ҙа 58 йәшлек ир һәм уның ҡатыны булған. Икеһе лә фажиғә урынында йән биргән. “КамАЗ”ға иһә Дағстандан 42 йәшлек водитель идара иткән.
Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара. Юл бәләкәй генә хатаны ла ҡабул итмәй, шуға күрә автомобилдә йөрөгәндә һаҡ булырға, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡларға саҡырабыҙ.
Фото: республиканың ЮХХДИ хеҙмәте.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.