Янғын ваҡытында йортта өс кеше булған. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре килгәс, янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдың эшләүе һөҙөмтәһендә 2013 йылғы ҡыҙҙың тәҙрә аша сығып ҡасҡаны асыҡлана. Ата-әсәне Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғынды күргән күршеләр ҙә ярҙамға ташлана һәм йорттоң тәҙрәһен шаҡып, хужаларҙы уятырға тырышҡан, шул саҡта иҫкәртеүсе ҡорамал да һыҙғыра башлаған.
Фото: @mchsrb