Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Февраль 2021, 16:55

Ике бала әсәһенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн таң менән Баҡалы районында үлемесле авария теркәлде. Бәләбәй - Николаевка -Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 132-се километрында өс еңел машина бәрелешә.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Хендай Солярис" водителе хәүефһеҙ дистанцияны боҙа һәм уның менән юл ыңғайына китеп барған "Лада Гранта"ға бәрелә. Бынан һуң ҡаҡлығып китә һәм ҡаршы һыҙаттан килгән "Дэу Матиз" автомобиленә бәрелә. Бында руль артында 25 йәшлек ике бәләкәй бала әсәһе килгән була. Меҫкен ҡатын урында һәләк була. Уның артында ултырған алты һәм өс йәшлек ике балаһын дауаханаға алып китәләр.

- Балаларҙың хәле тотороҡло, йәшәйәсәктәр, - тигәндәр ЮХХДИ-нан.

Кемдеңдер ашығыуы, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәмәүе шундай ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерҙе: ике бала күҙ асып йомғансы етемгә әйләнде. Ҡағиҙәләрҙе үтәп, имен ген йөрөйөк!

Фото: БашДТП.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: