Иртә таң менән сыҡҡан янғында йорт хужаһы ҡатынын һәм ҡыҙын уятып, көслө уттан ҡотҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе сығып өлгөрмәй, янғында батырҙарса һәләк була. Бер нисә минут араһында ғаилә атайһыҙ, йортһоҙ тороп ҡала. Бөгөн бер нимәһеҙ ҡалған ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле лә, әгәр ҙә ҡазаға тарыусы Мансуровтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр булһа, түбәндәге счетҡа аҡса күсерергә мөмкин.