Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
25 Ғинуар 2021, 11:30

Янғында кеше ғүмере өҙөлдө

Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡолош ауылында янғын теркәлде, унда 60 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө.

Йорт иртәнсәк тоҡанып китә. Ваҡиға урынына шунда уҡ Һәүәләй, Ҡабаҡ һәм Ҡарламан ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүселәре юллана. Улар килеүгә тышы кирбес, эсе ағастан торған 80 квадрат метр майҙанлы йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Аҙаҡ емеректәр араһында ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ сәбәпле янғын сығыу һәм унда кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары бермә-бер артты. Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙәтегеҙ:
- бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;
- электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;
- төнгөлөккә ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;
- балаларҙың электр йылытыу әйберҙәре менән уйнауын тыйығыҙ;
- уларҙы ҡорма йәки йорт йыһаздарына яҡын урынлаштырмағыҙ;
- һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн көнөнә ике-өс тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ;
- фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаны урынлаштырыу кәрәклеген онотмағыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: