Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
23 Ғинуар 2021, 20:40

Ир янып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ағас йортта янғын сығып, 64 йәшлек ир һәләк булған.

Бәлә тураһында мәғлүмәт ҡотҡарыусыларға 21 ғинуарҙа киске сәғәт 9-ҙа килә. Был 5х6 метрлы бер ҡатлы ағас йортто ялҡын тулыһынса солғап алған була. Утты ярты сәғәттән һуң тулыһынса ауыҙлыҡларға өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янған өйҙә ир кешенең үле кәүҙәһе табыла.
Янғын сығыу сәбәптәрен идаралыҡ тикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм тикшерә.
Янғын күберәк йә һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән, йә төҙөк булмаған мейес, электр, газ ҡорамалдарынан сыға. Шуға һәр кемгә ут менән һаҡ эш итеү, йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ваҡытында тикшертеп тороу, уларҙы ҡарауһыҙ тоҡандырылған килеш ҡалдырмау, йортоғоҙға янғынды иҫкәрткән прибор ҡуйыу зарур, тип иҫкәртә эксперттар.

Фото: news.myseldon.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: