Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Ғинуар 2021, 16:43

Фейерверк заряды балаға эләгә

Бәхеткә күрә, әсәһе балаһын үҙенә тартып, бәләнән ҡотҡара.

Өфө эргәһендәге Михайловка ҡасабаһы ихаталарының береһендә атылған фейерверк заряды балаға эләгә. Был инцидентҡа шаһит булғандар социаль селтәрҙәргә видео һалған.
Ир кеше ихатала салют ата. Пиротехниканың осҡондары төрлө яҡҡа һибелә. Зарядтарҙың береһе үтеп барған балаға эләгә. Бәхеткә күрә, әсәһе балаһын үҙенә тартып, бәләнән ҡотҡара.
Ошондай күңелһеҙ ваҡиғалар булмаһын өсөн, пиротехника менән ҡулланыр алдынан уның инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атмағыҙ, ракета һәм фейервекттарҙы көслө ел булғанда, кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырмағыҙ, петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрмәгеҙ, тоҡандырғанда тәмәке тартмағыҙ.
Фото: видеонан скрин.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: