Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
19 Декабрь 2020, 18:20

Төндә ут ялмап ала...

16 кеше, шул иҫәптән алты бала янғын "ҡамауы"нда ҡала...

Бөгөн төндә Нефтекама ҡалаһының Еңеү урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында янғын сыға. Был хаҡта шылтыратыу алынғас та, ҡаланың янғын-ҡотҡарыу бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына ашыға.
Улар килеп еткәндә, йорттоң бер бүлмәле фатирын ут ялмап алған була. Янғынды тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр. Хәүефле урында "ҡамауҙа" ҡалған 16 кеше ҡотҡарыла, араларында 6-һы - бала. Алты кеше үҙаллы эвакуациялана.
Янғынды һүндереүгә ике берәмек техника һәм шәхси составтағы туғыҙ кеше йәлеп ителә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртәләр йәнә бер тапҡыр ведомствонан.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: