Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
19 Декабрь 2020, 12:45

Мәкерле сир өҙҙө ғүмерҙәрен

Өфөлә 20 көн эсендә COVID-19-ҙан бер ғаиләнән өс кеше вафат булған.

7 ноябрҙә Өфөнөң 47-се һанлы ҡатын-ҡыҙ консультацияһының акушер-гинекологы Гөлнара Зәрәфетдинова вафат була. Был хаҡта «Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр» тигән төркөм хәбәр итә.
«Ул бик ярҙамсыл ине, бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышланы. Хәстәрлекле әсәй, өләсәй, тормош иптәше һәм изгелекле дуҫ. Уның бик йәшәгеһе килә ине, мәкерле сир уны аяманы», — тип яҙалар төркөмдә.
Өлкән ҡыҙын мәңгелеккә юғалтҡандан һуң биш көн үткәс, мәкерле сир эҙемтәләренән Гөлнараның 78 йәшлек атаһы – БР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Тәлғәт Зиәҡай улы Зәрәфетдинов мәрхүм була. Ике аҙна үткәс, 25 ноябрҙә сир ҡатындың тормош иптәше 68 йәшлек Виктор Товстюктың ғүмерен өҙә. Быйыл уларҙың никахына 20 йыл тулған булған.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Фото: https://www.instagram.com/demchane/
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: