Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Декабрь 2020, 16:40

Янғында һәләк булғандарҙың исемлеге билдәле булды

Әлеге мәлгә билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районына, янғын урынына барып еткән. Ул был эште тикшереү буйынса оператив штабҡа етәкселек итә. Штаб эшмәкәрлеге Ғәҙәттән тыш хәл тәртибендә алып барыла.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Ишбулды ауылында сыҡҡан янғында 11 кеше һәләк булды. Уларҙың бөтәһе лә ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәгән. Әле был кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. Вафат булған кешеләрҙең иң өлкәненә 80 йәш булһа, иң йәшенә – 57.
Бына улар:
  1. Усманов А. З., 1940 йылғы.
  2. Байтурин Т. Н., 1950 йылғы.
  3. Яуымбаева З. А., 1951 йылғы.
  4. Мөхөтдинов Б. Т., 1953 йылғы.
  5. Бикбирҙин Ф. З., 1954 йылғы.
  6. Создашова Р. М., 1956 йылғы.
  7. Абдуллина З. Н., 1956 йылғы.
  8. Сәйғәфәров Р. А., 1957 йылғы.
  9. Шағәлина В. Г., 1958 йылғы.
  10. Хәкимов М. К., 1960 йылғы.
  11. Вәлиев Д. Х., 1963 йылғы.
  12. Хәбәр итеүебеҙсә, ҡурҡыныс янғында биш кеше ҡотолоп ҡалды. Ул - сирлеләрҙе ҡараған ҡатын, уның бәлиғ булмаған ҡыҙы һәм өс ир. Был ирҙәрҙе ҡатын тәҙрә аша сығарып ҡотҡарған.
    Фото: "Башинформ".
    Читайте нас: