Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
8 Декабрь 2020, 11:30
Ике балаһы етем ҡалған...
Хәйбулла районынан үтә ауыр хәбәр килде: төбәк биләмәһендә урынлашҡан шахталарҙың береһендә бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле 36 йәшлек ир һәләк булған. Был хаҡта, хоҡуҡ һаҡлау органдарына һылтанып, “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, фажиғә 6 декабрҙә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының “Көньяҡ йүнәлеш” шахтаһында иртәнге сәғәттәрҙә теркәлгән.
Быраулау ҡоролмаһы машинисы Заһир У. 200 метр тәрәнлектә эшләгән саҡта электр энергияһы һүнгән һәм сымдар яна башлаған. Ир бейеклектән йығылып төшөп һәләк булған.
Әлеге ваҡытта суд-медицина тикшереүҙәре бара. Фажиғәнең сәбәптәрен дә асыҡлаясаҡтар. Йәш ирҙең ғаиләһе булғаны, ҡыҙ һәм ул үҫтергәне мәғлүм.
Һәләк булған эшсенең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан