Даирә
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
2 Декабрь 2020, 11:23

Юлдарҙа – томан. Һаҡ булығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы 2 декабрҙә республикала урыны менән ҡуйы томан төшөүе, ошо сәбәпле юлдарҙа күреү һәләтенең насарайыуы хаҡында иҫкәртте.

Ҡайһы бер юл участкаларында күҙ күреме еткән ер арауығы 500 метрҙан артмаясаҡ, шулай уҡ юл япмаһының боҙ менән ҡапланыу хәүефе лә бар.
“Томан мәлендә йәйәүлеләр юл аша сыҡҡанда хәүефһеҙлек хаҡында онотмаҫҡа тейеш. Айырыуса балаларға һәм оло йәштәгеләргә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Водителдәр, мотлаҡ автомобилдең яҡын арауыҡҡа тәғәйен утын, томанға ҡаршы фонарҙарын тоҡандырып хәрәкәт итегеҙ. Тиҙлек режимын һаҡлағыҙ”, - тип мөрәжәғәт итте ведомствоның матубғат хеҙмәте.
Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы аҙнала беҙҙе яуым-төшөмһөҙ, ҡышҡы һауа торошо күҙәтелгән көндәр көтә. Көндөҙгө һауа температураһы -12...-10 градус, төндәгеһе -20...-17 градус тәшкил итәсәк.
Фото: news.f1autocentres.co.uk
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Yuldar-a--toman--a-buli-i-569484/
Читайте нас в