Мәғлүм булыуынса, ир балалар баҡсаһында эшләгән ҡатыны эргәһенә барып, уға бысаҡ менән һөжүм иткән. Ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән.
Ҡайһы бер матбуғат саралары был ғаиләнең өлгөлө булыуы, ике бала тәрбиәләп үҫтереүен хәбәр иткәйне. Әммә әле икенсерәк юҫыҡтағы күңелһеҙ үҙенсәлектәр асыҡланды. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, Данил исемле был ир бер ваҡытта ла яҡшы холҡо менән маҡтана алмаған, ул ҡатынынң тормошон күптән инде тамуҡҡа әйләндергән. Эльвира иһә уның янауҙарынан ҡурҡып, түҙергә мәжбүр булған. Бының ниндәй афәт менән тамамланыуын беләбеҙ...
Әлеге ваҡытта һәләк булған ҡатындың балалары аталарын сирле тип билдәләп, иреккә сығарыуҙарынан ҡурҡа.
Тағы ла шул асыҡланған: тыуған ерендә тиран ирҙән ҡотола алмағас, Эльвира балаларын алып Сочиға сығып китергә ниәтләгән булған. Хатта билет һатып алғандар, тик... өлгөрмәгәндәр.
Ғаиләне яҡындан белгән кеше һөйләүенсә, Данил элек-электән ғаиләһен ҡурҡытып тотҡан, ул өйҙә саҡта хатта көлөргә лә, уйнарға ла ярамаған. Туҡтауһыҙ эсеүе һәм ҡатынына ҡул күтәреүе лә ғәҙәти хәлгә әүерелгән. Уның ҡурҡытыу-янауҙарынан эшен яратҡан, балалары тип йән атҡан Эльвира ғына түгел, улы менән ҡыҙы ла биҙеп бөткән.
Ниһайәт, быйыл Эльвира айырылышырға ҡарар иткән, әммә был хәбәр Данилды сығарынан сығарған. Ике аҙналай эсеп йөрөгәндән һуң ир менән ҡатын һөйләшеп килешергә ниәтләгән.
Был хәл 25 сентябрҙә булған. Әммә һөйләшеү урынына бәлә сыға яҙған: Данил осрашыуға бысаҡ менән килгән һәм ҡатынына ташланған. Ул саҡта Эльвира мөғжизә менән генә ҡасып ҡотолған. Әйткәндәй, был хәлде ауылдағы камералар төшөргән. Икенсе көнөнә иһә ир ҡатыны һәм балалары йәшәгән йортто яндырған...
Эльвира ике осраҡта ла полицияға ғариза яҙған. Беренсеһен енәйәт составы юҡ тип, кире ҡайтарғандар, ә икенсеһен ҡатын үҙе алған, сөнки ире уны өгөтләп, үҙгәрәсәгенә ышандыра алған... Әммә был хәлдәрҙең нимә менән бөткәнен беләбеҙ.
Әлеге ваҡытта был әҙәм һаҡ аҫтында. Ҡасандыр башҡаларға өлгөлө булып тойолған ғаиләнең улы һәм ҡыҙы иһә аяныслы хәлдә ҡалған: әсәләрен ерләгәндәр, йорттары юҡ. Мәрхүмәнең түләнмәгән кредиттары ла бар икән, етмәһә.
Шулай ҙа иң ҡурҡҡандары – атай исемен йөрөткән әҙәм иреккә сығып ҡуймаһын. Әйткәндәй, мәрхүмә Эльвираның әсәһе лә ауыр хәлдә: ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы оло кешене бик ныҡ ҡаҡшатҡан. Дуҫтары иһә Вадим һәм Диана өсөн матди ярҙам йыя.
Был ҡот осҡос ваҡиға йәмғиәттә ғаиләләге тиранлыҡ проблемаһы киң таралған икәнлеген тағы берҙе иҫбатлай һәм йыл һайын статистика буйынса йөҙҙәрсә ҡатындарҙың ирҙәре йоҙроғонан һәләк булыуын иҫкә төшөрә. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: кешенең холҡо бер ваҡытта ла үҙгәрмәй һәм йорт тиранын түҙеп тә, әрләп тә, илап та, күнеп тә еңеп булмай. Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, хәл-торошто фажиғәгә еткермәгеҙ!
Фото: “Комсомольская правда”.