Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
9 Ноябрь 2020, 15:47

Һарыҡты кем ашаған?

Хәләл көнөң менән аҫраған малыңдан ҡолаҡ ҡағыу нимә икәнен күптәр яҡшы аңлай. Күптән түгел Малай ауылында йәшәүселәргә лә бындай күңелһеҙ хәл менән осрашырға тура килә.

Билдәһеҙ йән эйәләре дөйөм алғанда унлаған һарыҡтың башына етә. Кемдер малдарын һаман эҙләй, кемдер яраланған малҡайҙарына юлыға. Ауыл халҡы фекеренсә, был бүреләрҙең түгел, берәҙәк эттәрҙең эше. Малай урман һәм Ағиҙел йылғаһы буйында хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Шуға бында ситтән һунарсылар һәм балыҡсылар йыш килә икән. Тик ни эшләптер улар арҡаһында дүрт аяҡлы дуҫтарын ташлап китеүселәр бар һәм был хәл бер быйыл ғына ҡабатланмай, тиҙәр.
Ауыл халҡы бигерәк тә уҡыусы балалар өсөн хәүефләнә - уҡыусылар таң ҡараңғыһында мәктәпкә юллана, ә берәҙек эттәр, ысынлап та бар. Етмәһә ҡайһы бер урамдарҙағы бағаналарҙа яҡтыртыусы лампалар юҡ. Белеүебеҙсә, районда берәҙәк эттәрҙе тотоу менән шөғөлләнеүсе махсус ойошма бар. Ҡамышлы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин әйттеүенсә, уларға заявка ебәрелгән һәм яҡын арала проблема хәл ителергә тейеш.
Эльнара БАЙРАМОВА.
фото Т.Роза
Читайте нас: