Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Октябрь 2020, 16:00

Янғында 62 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Кисә Саҡмағош районының Кәшәк ауылында бер йортта көслө янғын сыға. Һөҙөмтәлә, 62 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғын тураһында шылтыратыу алынғас та, урынға һүндереүселәр командаһы сыға. Шулай уҡ "ҡыҙыл әтәс" менән көрәшеүҙә урындағы ирекле янғын һүндереүселәр командаһы, ауыл халҡы, күрше ауыл биләмәһенән ирекмәндәр ҡатнаша. Күмәк көс менән ут менән көрәш тамамлана. Әле уның сәбәптәре асыҡлана, зыяндың күләме иҫәпләнә.
Көндәр ҡоро тороу сәбәпле, янғын хәүефһеҙлеге бермә-бер артты. Шуға күрә иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ, ут шаяртыуҙы яратмай. Уттан һаҡ булығыҙ!
Фото:ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас: