Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
19 Август 2020, 12:40

Ишле ғаиләне бәләнән ҡотҡарғандар...

18 августа, Иглин ауылында көслө янғын сығып, халыҡты ҡурҡыуға һалды. Күп балалы ғаилә йәшәгән йорт биләмәһендә урынлашҡан һарайҙы көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә ут ялмай.

Ялҡын бик тиҙ көсәйеп, йортҡа яҡын торған мунсаға һәм тағы ла бер һарайға күсә. Ғаилә ағзалары тәүҙә утты үҙ көстәре менән еңмәксе булып, бөтә тырышлығын һала, әммә тиҙҙән янғын һүндереүселәр ярҙамынан тыш булдыра алмаясаҡтарын аңлай.
Йорттоң мунсаға яҡын урынлашыуы, өҫтәүенә ел көсәйеүе хәүефте арттыра. Бәхеткә ҡаршы, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына тиҙ килеп етә, егерме минут эсендә ут һүндерелә, күп балалы ғаиләнең йортона зыян килмәй. Һарайҙа ни сәбәпле ут сығыуын тикшереүселәргә асыҡларға тура киләсәк әле.
Фото:Bash.news
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: