Енәйәт эше барышы һәм тикшереү күҙәтеү ведомствоһы контролендә. Билдәле булыуынса, конструкция уйын майҙансығында торған. Ҡыҙ уның нығытылмағанын ҡайҙан белһен, ҡапҡаның өҫкө тимеренә ҡулдары менән барып йәбешкән. Ҡапҡа әйләнеп китеп, баланың өҫтөнә ауған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бәхетһеҙлек осрағы республикала тәүге тапҡыр ғына түгел. Бөтәһе лә өлкәндәр яуаплылығында, фажиғәләрҙе иҫкәртеү улар ҡулында.