Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
8 Июнь 2020, 14:20

Ярай әле уянғандар...

Хәл 2 июндә булған. Кананикольск ауылында йәшәгән 56 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт иткән һәм бүрәнәнән һалынған гаражын яндырырға маташыуҙарын еткергән. Тиҙ арала ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килгән.

Бәхеткә күрә, хужалар ваҡытында уянған, сөнки янғын башланған хәлдә, ут ғаилә йоҡлаған йортҡа күсергә лә оҙаҡ һорамаҫ ине... Ваҡиға урынын ҡарағандан һуң полицейскийҙар енәйәтселәрҙе эҙләй башлаған. Тиҙҙән уларҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә таныш булған 23 һәм 40 йәшлек ике ир икәнлеге асыҡланған.
Асыҡланыуынса, зыян күреүсе урман хужалығында эшләй һәм ағастарҙы законһыҙ рәүештә ҡырҡыуҙан һаҡлай. Ә гаражға ут төртөүҙә ғәйепләнгән ике уҙаман, баҡһаң, күптән түгел тап шуның менән шөғөлләнгән дә. Уларҙы законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа шик аҫтына алып, тикшереү эше алып барғандар. Бына ошо хәлде улар урмансыға ғәфү итә алмаған да.
56 йәшлек зыян күреүсе был күңелһеҙ ваҡиғаға ҡарамаҫтан, эшен ташларға йыйынмай һәм рейдтарға сығыуын дауам итә.
Енәйәтселәргә ҡаршы эш ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуған хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: 02.мвд.рф
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/309338
Читайте нас: