

Сарала ҡатнашыусылар бирсәткәләр, сүп-сар өсөн тоҡтар менән ҡоралланып, Ағиҙел йылғаһының яр буйы биләмәһен таҙартыуға сыҡты.
Дөйөм тырышлыҡ менән яр буйын көнкүреш сүп-сарҙарынан таҙартыу һәм урындағы халыҡтың яратҡан ял итеү урынын тәртипкә килтереүгә өлгәшә улар.
- Тыуған яҡтың экологияһы хаҡында хәстәрлек күреү — уртаҡ киләсәгебеҙгә өлөш индереү ул. Кешеләрҙең яҡшы маҡсат өсөн берләшеүен күреү бик күңелле. Ваҡыт тапҡан һәм акцияны хуплаған һәр кемгә рәхмәт! – тигән тәьҫораттары менән бүлеште беренсел бүлексә секретары Айгөл Мирғәлиева.
Бындай өмәләр бер тапҡыр ғына үткәрелгән акция түгел, ә изге йолаға әүерелде. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ һәм шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йыйыштырылған урындарҙа түгел, ә сүп-сар ташламаған урындарҙа!
Зөлфиә БӘХТИЙӘРОВА,
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары