Даирә
+12 °С
Облачно
Көнүҙәк
8 Октября , 09:04

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ғәлиә Хафизова – талантлы юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы. Ул кескәйҙәрҙе мәктәпкә әҙерләй һәм балаларға ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

- Математика, грамматика, тирә-яҡты өйрәнеү фәндәре бу­йынса балаларҙы әҙерлә­йем, шулай уҡ вокал дәрестәре биреп, йырларға өйрәтәм. Кеске­нәнән үҫмерҙәргә тиклем төрлө йәштәге балалар менән шөғөлләнәм: 4 йәштән 17 йәшкә тик­лем йөрөйҙәр. Шөғөлләнгән һа­йын балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары арта, - ти ул.
Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы тыумышы менән гүзәл тәбиғәтле Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан. Мәктәптә уҡығанда уҡ әүҙем ҡыҙ төрлө сараларҙа теләп ҡатнаша, хорға йөрөй.
- Музыка буйынса уҡытыу­сым һәм класс етәксем Әлиә Фуат ҡыҙы Храмцова музыкаға һөйөү уятты. Шул саҡта уҡ бик тә музыка буйынса уҡытыусы булғым килә ине. Йырларға яратһам да, ниңәлер аграр университетына уҡырға барырға уйлап, Өфөгә юл тоттом. Әммә уҡырға инергә яҙманы. Шунан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 134-се һөнәри лицейға сауҙа ком­мерсанты (менеджмер) бу­йынса уҡырға барҙым. Бында төркөмөбөҙҙән “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында ҡатнаштым. Шунда художество етәксеһе Миләүшә Нәжип ҡыҙы иғтибар итеп, түңәрәккә саҡырҙы. Артабан уҡыу йортонда ныҡлап вокал менән шөғөлләнә башланым. Миләүшә Нәжип ҡыҙы тауышты дөрөҫ ҡуйырға өйрәтте, кәңәштәр бирҙе, талантты үҫтерергә булышлыҡ итте. Ул мәҙәниәт техникумына барырға ла тәҡдим итте. Уҡыған осорҙа еңеүҙәр күп яуланым, улар араһында һөнәри уҡыу йорттары араһында Гран-приға лайыҡ булдым, - ти ул йылдарҙы хәтерләп.
2008 йылда Ғәлиә Хафизова ҙур конкурс аша үтеп, мәҙәниәт техникумына уҡырға инеп китә. Был уҡыу йорто уға шул тиклем оҡшай, рәхәтләнеп, кинәнеп белем эстәй, музыка серҙәренә өйрәнә. Сос, зирәк ҡыҙ тик биш­ле билдәләренә генә уҡый. Уны төркөмгә староста итеп тә ҡуялар. Икенсе курстан инде дөйөм ятаҡта ла староста, студенттар советына ағза итәләр.
- Ижади донъяға эләге­үем менән бик бәхетле инем. Уҡы­ған ерҙә генә түгел, дөйөм ятаҡтың уҡыу залында ла, аш бешереү урынында ла, коридорында ла – бөтә ерҙә музыка, йыр-моң яңғырай, театр бүлеге студенттары иһә бирелгән монологтарын ятлай, хореографтар бейейҙәр... Бында ысын сәнғәт донъяһы ине! Ошонда эләгеүем менән үҙемде бик бәхетле тойҙом. Минең урыным ысындан да бында икәнен аңланым. Техникумға күп­тәр музыка мәктәбен тамам­лап килһә, мин түңәрәктә шөғөлләнгән генә бит инде. Музыкаға һөйөүем көс­лө булғас, тырышып, ауырлыҡтарҙы еңдем, фортепьянола ла уйнарға өйрәндем. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, ҡанатланып эш башларға тип ҡала менән хушлаштым, - ти педагог йылы хәтирәләр аша.
Һуңғы курста уҡығанда Шай­моратов ауылы егете Нур Әх­мәт улы Хафизов менән өйлә­нешәләр. Йәш ғаиләне йәмләп ҡыҙҙары Розалия донъяға килә.
Уҡыу йортон ҡыҙыл дип­лом­ға тамамлаған ҡыҙ декрет ялы­нан һуң 2014 йылда иренең тыуған ауылына ҡайтып, район мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ярты йылдан һуң уны Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона өҫтәмә белем биреү пе­да­гогы итеп эшкә саҡыралар. Тәүҙә вокал дәрестәрен алып бара. Ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт пе­дагогия университетында баш­лан­ғыс кластар уҡытыусыһы бел­геслеге буйынса юғары белем ала.
2018 йылдан “Растишка” бер­­лә­шмәһендә кескәйҙәргә бе­лем серҙәрен аса башлай. Ул дә­рестәр барышында үҫешкә ярҙам итеүсе күнекмәләр, күнегеүҙәр үткәрә, ижади фекерләүҙе үҫтереүгә лә иғтибар итә. Педагог балаларҙы һөйөү менән өйрәтә, уларҙың рухи һәм эстетик яҡтан өлөшөнә лә баһалап бөткөһөҙ йоғонто яһай. Тырышлығы һәм һөнәри ҡарашы уны өҫтәмә белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө итә. Сабыйҙар уртаҡ тел таба белгән педагогтың ҡыҙыҡлы, мауыҡтыр­ғыс дәрестәренә бик теләп йөрөйҙәр.
Мәҡәлә геройыбыҙ бер ҡасан да бер урында ғына тормай, һәр саҡ камиллашыу өсөн тырыша, үҙ эшенең өлкәһендә яңы методикаларҙы, технологиялар­ҙы өйрәнә.
Тырышып эшләүҙең, әлбит­тә, һөҙөмтәһе була. Уның тәрбиәләнеүселәре районда ғына тү­­гел, республика, төбәк-­ара, Рә­сәй күләмендә, халыҡ-­ара конкурстарҙа, бәйгеләрҙә, олим­пиадаларҙа, фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнашып, уңыштарға ире­шеп торалар. Үҙенең дә педагогик эшмәкәрлегендә ирешкән уңыштары өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары бихисап.
Шулай уҡ Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы инде ике йыл район­дың музыка уҡытыусылары берләшмәһенә лә етәкселек итә. Музыка уҡытыусылары менән се­минарҙар үткәрә һәм белем биреү системаһындағы үҙләштерелгән алымдарҙы эштә ҡулланырға кәңәштәр бирә.
Ғөмүмән, өҫтәмә белем биреү системаһында эшенә бар күңелен һалып, хеҙмәттәштәре менән бер ғаиләләй эшләйҙәр.
- Балалар үҫеп, төрлө ерҙәргә китһәләр ҙә, онотмайҙар. Ҡайт­ҡан саҡтарында килеп хәл белеп, шатлыҡтары, уңыштары ме­нән уртаҡлашып китеүселәр күп. Уларҙан йылы һүҙҙәр ишетеүе шул тиклем рәхәт! Татыу, берҙәм коллективта эшләүем менән бәхетлемен, – ти ул.
Иңенә алынған бурысын бар күңелен һалып башҡарыуы, тәрбиәләнеүселәренә һөйөүе Ғәлиә Хафизованың ысын педагог икәнен иҫбат итә.
Ғәлиә Миңлеәхмәт ҡыҙы эшендә тырыш хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй. Тормош ип­тәше менән Шайморатов ауы­лын­да күркәм йорт һалып сы­ға­лар. Матурлыҡты яратҡан ҡа­тын сәскәләр үҫтерергә, сигергә, ғаиләһен тәмлекәстәр менән һыйларға ярата.
Форсаттан файҙаланып, ул хеҙ­­мәттәштәрен һөнәри бай­рам­­дары менән ҡотлай һәм эш­­тәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаи­лә бәхете теләй.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас