Даирә
+18 °С
Ясно
Көнүҙәк
19 Июня , 04:41

Радий Хәбиров Танзанияның Рәсәйҙәге илсеһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Танзания Берләшкән Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Фредрик Ибраһим Кибута менән осрашты. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади, инвестиция, мәғариф һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Башҡортостан Африка дәүләттәре менән төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Танзанияның Рәсәйҙәге илсеһе менән осраштыРадий Хәбиров Танзанияның Рәсәйҙәге илсеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Танзанияның Рәсәйҙәге илсеһе менән осрашты
 
«Быйыл Рәсәй менән Танзания араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырылыуҙың 65 йыллығын билдәләнә. Башҡортостан илдәребеҙ араһында иҡтисади диалогты үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Беҙ сит ил партнерҙарына республика предприятиелары продукцияһын тәҡдим итергә, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, мәғарифта һәм кадрҙар әҙерләү өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн тура бәйләнештәр урынлаштырыу ҙа мөһим – Танзанияның Аруша өлкәһе менән бәйләнештәр булдырыу тураһында алдан килешеүҙәр бар, артабан да уларҙы нығытырға иҫәп тотабыҙ».

Башҡортостан менән Танзания үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн нигеҙ булдырҙы, тип билдәләне республика Башлығы. Республикабыҙ вәкилдәре Африка дәүләте биләмәһендә эшлекле сараларҙа ҡатнаша, ә Танзания делегацияһы Өфөгә килә.

Фредрик Ибраһим Кибута республика етәкселегенә ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яҡтар туризм, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Танзания уҡыу йорттарының Башҡорт дәүләт аграр университеты менән хеҙмәттәшлек итеүе, академик алмашыуҙар һәм уртаҡ белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.

Сергей Николаев
Автор:
Читайте нас