

Башҡортостан Башлығы Нефтекамала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса программаларҙы финанслау һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Һуңғы йылдарҙа ҡала күләмле үҙгәртеп ҡороуҙар булды: үҙәк урамдар төҙөкләндерелде, ағастар ултыртылды һәм йәшелләндерелде, заманса тематик аллеялар төҙөлдө.
Радий Хәбиров Нефтекама хакимиәтен төбәктең башҡа муниципалитеттарына өлгө итеп ҡуйҙы. Ул район һәм ҡала башлыҡтарын тематик аллеялар булдырыу һәм йәмәғәт киңлектәрен комплекслы төҙөкләндереү тәжрибәһен әүҙемерәк индерергә саҡырҙы.
Бынан алдараҡ республика етәксеһе Нефтекама ҡалаһын төҙөкләндереү барышы менән танышҡайны.