

Ауырыу үҙен тиҙ генә белдермәй. Сирҙе асыҡлағансы 7-14 көн үтеп китә. Артабан тән температураһы күтәрелә, баш ауыртыуы, ҡоҫоу, тән ауыртыуы, аңды юғалтыу, йоҡлай алмау күҙәтелә. Кеше ҡорошоп, паралич һуғыуы ихтимал. Ауырыу талпан ҡаҙалыуҙан йәки кәзә һөтөнән йоға. Мал да был сир менән зарарлана. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен талпан ҡаҙалған урындың ҡыҙарыу, яныу, ҡайһы саҡта ауыртыу, ҡысыныуҙан белеп була. Әгәр талпан ҡаҙалһа, уны сығарырға кәрәк. Тик ҡул менән алып ташларға ярамай. Сөнки уның башы тороп ҡалыуы ихтимал. Талпанды пинцет йәки ептән төйөн эшләп ипләп кенә сығарырға, башы тороп ҡалһа, сүпте сығарған кеүек, энә менән алырға йәки табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпанды ҡуйы май менән һөртһәң, алыуы еңелерәк. Бөжәк ҡаҙалған урынды спирт, йод менән таҙартырға. Талпанды банкаға һалып, врач-инфекционистҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Шулай уҡ был ҡурҡыныс ауырыуҙан прививка ла бар. Уны 4 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләргә эшләйҙәр. Курс 3 прививканан тора: тәүгеләрен ноябрь-декабрҙә, өсөнсөһөн мартта үткәрәләр. Бындай профилактик сара дүрт йылға бер мәртәбә уҙғарыла. Әлбиттә, талпан энцефалитын йоҡтормау өсөн кеше үҙе лә абай булырға тейеш. Кейемдең асыҡ булмауы, салбарҙы итеккә һалып кейеү, яға, еңдең төймәләрен ныҡлап эләктереү, башта баш кейеме булыуы талпандан һаҡлар. Бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн төрлө химик препараттар ҙа ҡулланыла. Урамдан ингәс мотлаҡ бар тән ҡаралырға тейеш. Табиптарҙың бар иҫкәрмәләрен үтәү хәүефле ауырыуҙан алып ҡаласағы хаҡында онотмағыҙ.
Жаннет САБИРОВА,
табип-инфекционист.