Осрашыуҙы асып, ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов үткән проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһен билдәләп үтте һәм халыҡтың нәҡ бына актив позицияһы ауыл үҫешенең нигеҙе булып тора, тип билдәләне.
Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙеләр. Киләһе йылға төп өҫтөнлөк тренажер майҙансығын тулыһынса төҙөкләндереү булды. Уҙған йыл “Йәдкәр” фондының ярҙамы һәм Президент гранттары конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә спорт йыһаздары һатып алыуға 686 000 һум аҡса алғандар. Хәҙер уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеү зонаһы булдырыу өсөн япмалы урын, резина өҫлөк, эскәмйәләр һәм урналар кәрәк.
Проектты ойоштороу һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн биш кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Уның составына Илвина Хәмитова (уның рәйесе), Ғәлимйән Дәүләтов, Эльвира Динисламова, Рәмилә Камалова, Рәйлә Йәрмөхәммәтова инде.
Программаны уртаҡ финанслау сиктәрендә ауыл халҡы проекттың дөйөм хаҡынан 12,5 процентын индерергә ҡарар итте. Был ҡарар бер тауыштан хупланды. Бынан тыш, ауыл биләмәһе ойошмалары етәкселәре билдәләгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙеләр.
Ибраһим ауылы халҡы был эшкә бар көсөн һалырға ниәтләй һәм еңеп сығыуҙарына өмөтләнә.
Ғәлиә САДИҠОВА.