Даирә
+12 °С
Облачно
Көнүҙәк
18 Декабря 2025, 09:13

Бер аҙнала республикала 29 мең кеше ОРВИ йоҡторған

Сирлеләр һаны 2,4 процентҡа артҡан.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер аҙнала республикала 29 мең кеше ОРВИ йоҡторғанБер аҙнала республикала 29 мең кеше ОРВИ йоҡторған
Бер аҙнала республикала 29 мең кеше ОРВИ йоҡторған

Респиратор инфекциялар һәм грипп менән ауырыусылар күбәйә. Уҙған аҙнала республикала ОРВИ йоҡтороуҙың 29 мең осрағы теркәлгән, Өфөлә генә 12 068 осраҡ. Сирлеләрҙең 52% – 14 йәшкә тиклемге балалар. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика буйынса етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.

Һалҡын тейҙереүселәрҙең артыуына бәйле Өфөлә 15 мәктәптең 33 класы карантинға ябылған.

«Дүрт аҙна инде лабораторияла А H1N1 киҙеүе вирусы асыҡлана, әммә Гонконг киҙеүе өҫтөнлөк итә. Шулай ҙа төп массаны риновирустар, парагрипп, пневмовирустар һәм COVID-19 ҡуҙғытыусылары тәшкил итә», — тип билдәләне спикер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гонконг киҙеүенең үҙенсәлектәре: температура 40 градусҡа тиклем күтәрелә, тән һыҙлай, баш ауырта, ҡоҫтора, эс китә. Сирленең хәле хөртәйә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-17/za-nedelyu-v-bashkirii-orvi-zaboleli-29-tysyach-chelovek-4511444

Автор: Гөлфиә Акулова
 
Автор:
Читайте нас