Дуҫлыҡ бит ул,
Иң мөһиме, халыҡ араһында,
Дуҫ-иштәр булыуға, ни етә,
Бер-береңде аңлап йәшәү,
Дәртләндерә, елкендерә.
Дуҫтарҙың ниндәйе булмай,
Көслөһө, йор һүҙлеһе,
Ярты һүҙҙән аңлағаны,
Күҙ ҡарашын тойғаны.
Илебеҙҙең тыныслығы,
Донъяның именлеге.
Дуҫ булыуҙан тора бит ул,
Аңлағыҙ һеҙҙә шуны.
1-се балалар баҡсаһында район семинары булып үтте. Музыкаль етәксе Лада Биктимерова, тәрбиәселәр Гүзәл Мөхәмәтйәнова, Эльза Сәйфуллина 1-се һәм 2-се мәктәпкәсә балалар төркөмө менән “Ҡаҙ өмәһе "байрамын үткәрҙеләр.
Ундағы йыр-моңға, бейеүҙәргә, матур шиғырҙарға, һәр бер килешле әйтемдәргә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Балаларҙың тырышлығы, һәр сығышты дәртләнеп башҡарыуҙары йөрәккә май булып ятты.
Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр балаларҙы ғөрөф-ғәҙәттәр, милләтебеҙҙең тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, милли кейемдәр, йолалар, халыҡ ижады, сәнғәте, музыкаһы менән таныштырыу, тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләргә булыша.
Балаларҙа толерантлыҡ, бер-береһенә хөрмәт, түҙемлек кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләнергә тейеш. Баланың тәүге тойғолары ла ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә, башҡа туғандарына булған һөйөү хистәренән башлана.
"Ҡаҙ өмәһе " байрамы балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү менән дә үрелеп барҙы. Илебеҙҙе һөйөү, тыуған яғыбыҙҙы данлау, һаҡлау һәм яҡлау, һәр бер милләттә изгелек, дуҫлыҡ тойғоһо булыуҙан тора. Ватансылыҡ тойғоһон йылдан-йыл үҫтерергә кәрәк, балаларҙа ошо сәскән илһөйәрлек орлоғо йылдар үтеү менән генә емешен бирәсәк.
Күпме ваҡыт үтһә лә, һәр бала күңелендә ошо изге тойғоно кимәлгә тиклем үҫтереп уның һөҙөмтәһен күреү.
Юҡҡа ғына бөйөк педагог К.Д.Ушинский: "Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә. Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда аң-йәнле орган булып ҡала" тип яҙмаған бит.
Эльвера Рафикова,
1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.