Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Октябрь 2025, 10:36

Алыҫ райондарҙа йәшәүселәр неврологтарҙан ярҙам ала

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында 2024 йылдың ноябрендә инсульттарҙы мониторинглауҙың заманса үҙәге асылды. Үҙәкте төҙөү “Һаулыҡты һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы сиктәрендә яһалма интеллекттың алдынғы технологияларын ҡулланып ғәмәлгә ашырыла.

Алыҫ райондарҙа йәшәүселәр неврологтарҙан ярҙам ала
Алыҫ райондарҙа йәшәүселәр неврологтарҙан ярҙам ала

- Был өлкәлә беҙ ҙур уңыштар күрәбеҙ, ә иң мөһиме – кешеләрҙең ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Был эштә кардиоүҙәктең яңы хирургия корпусын, Өфөлә инсульттарҙы мониторинглау үҙәген асыу ҙур ярҙам,- тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.- Киләсәктә лә онлайн-режимда эшләргә өйрәнергә кәрәк. Фельдшерҙың һәр фельдшер-акушерлыҡ пункттан белгестәр менән элемтәгә инеүе, рекомендациялар алыуы һәм оператив эш итеүе мөһим.

 

Үҙәк медицина институтының инсульттарҙы мониторинглау командаһына республиканың иң яҡшы белгестәре: табип-неврологтар, ҡан тамырҙары һәм нейрохирургтар, рентгенологтар, шулай уҡ нур һәм рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау өлкәһендәге белгестәр инде.
Үҙәктең төп бурысы – Башҡортос­тандың барлыҡ мөйөштәренән килгән пациенттарҙа инсульттарҙы оператив һәм теүәл диагностикалау. Компьютер томографияһы мәғлүмәттәре республика дауаханаларынан реаль ваҡыт режимында инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенә килә, унда белгестәр дистанцион анализ үткәрә. Был тиҙ арала дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалау тактикаһын билдәләргә, юғары технологиялы медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Үҙәктең белгестәр бригадаһы 24/7 режимында эшләй, район дауаханаларындағы хеҙмәттәштәренә баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуын диагностикалау мәсьәләләре буйынса консультациялар бирә. Урындарҙағы табиптар ҡатмарлы осраҡтарҙа компетентлы “икенсе фекер” алырға мөмкин, был дауалауҙың дөрөҫ методын һайлау өсөн бик мөһим.
Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең һәм төбәктең барлыҡ ҡан тамырҙары хеҙмәтенең көйлө эшләүе һөҙөмтәһендә Башҡортостанда инде ҙур күрһәткестәргә ирешелде: төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренә профилле госпитализациялау 99,2 процентҡа артҡан; ишемик инсульттан (баш мейе инфаркты) үлем 5,6 процентҡа тиклем кәмегән.
- Ҡырмыҫҡалы районында баш мейе ҡан әйләнеше киҫкен боҙолоуҙа шикләнелгән пациенттарға медицина ярҙамы 2020 йылдың 3 июнендә 928-д һанлы бойороғо нигеҙендә күрһәтелә. Барлыҡ пациенттар Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһындағы беренсел ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрелә.
Был алым өҙлөгөүҙәрҙе, инвалидлыҡ һәм үлем ҡурҡынысын кәметеп, юғары һөҙөмтәле махсуслаштырылған ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Нәҡ бына шуға күрә беҙҙә инсульттарҙы үҙҙәре дауаламайҙар, бында уларҙың һөҙөмтәләре менән көрәшәләр, сифат яғынан яңы дәрәжәлә ярҙам күрһәтәләр,- тип билдәләп үтте Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының неврология бүлеге мөдире Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Яҡубова.
Шулай итеп, инсульттарҙы мониторинглау үҙәген булдырыу сәләмәтлек һаҡлауҙың һөҙөмтәле һәм заманса системаһын төҙөүҙә мөһим алым булды, ул республиканың барлыҡ халҡы өсөн юғары класлы медицина ярҙамынан бер тигеҙ файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итә.

Светлана КАРПОВА.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас