Бөгөн, 6 сентябрҙә, Өфөнөң Көнбайыш урап үтеү юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итте.
Авария автомобиль юлының 21-се километрында була. Юл полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, 59 йәшлек ир Kia Rio руле артында икенсе дәрәжәле юлдан төп юлға сыҡҡанда Sitrak йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Еңел машина водителе йәрәхәтләнә, уның пассажиры – ҡатын кеше ашығыс ярҙам килгәнсе үк вафат була.
Аварияның видеояҙмаһынан күренеүенсә, водитель ҙур тиҙлектә юлды аша үтеп китергә була һәм бының хәүефһеҙ булыуын күҙалламай. Ҙур машина пассажир ултырған яҡты иҙә. Юлда ниндәй ҙә булһа маневр яһар алдынан иғтибарлы булырға, юлдағы хәлде өйрәнергә кәрәк.
Фото: ДАИ.