Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Август 2025, 09:14

Батут аттракционы рөхсәтһеҙ эшләгән

Бөгөн Өфөнөң Ленин районында - Затон биҫтәһенең Летчиков урамындағы майҙансыҡта көслө ел сығып, батут әйләнеп китеүе, һөҙөмтәлә ике баланың зыян күреүе тураһында телеграм каналыбыҙҙа яҙғайныҡ.    

Батут аттракционы рөхсәтһеҙ эшләгән
Батут аттракционы рөхсәтһеҙ эшләгән

Бөгөн Өфөнөң Ленин районында -  Затон биҫтәһенең Летчиков урамындағы майҙансыҡта көслө ел сығып, батут әйләнеп китеүе, һөҙөмтәлә ике баланың зыян күреүе тураһында яҙғайныҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 5 йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә. Ул 17 ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә. Тағы бер 3 йәшлек ҡыҙ еңелсә йәрәхәттәр алған.

Башҡортостан Прокуратураһы ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.

Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  уйын ҡорамалдары Осоусылар урамындағы йорт эргәһендәге балалар майҙансығында рөхсәтһеҙ ҡуйылған.

Был ваҡытта һауа тултырылған конструкцияла ике бала булған, уларҙың береһе медицина учреждениеһына килтерелгән. Өфөлә прокуратура материалдары буйынса батутта йәрәхәтләнеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов һөйләүенсә, ваҡиға урынында Осоусылар урамындағы 2Д йорт ихатаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия тиҙ арала тикшереү үткәргән. Кәңәшмәлә шулай уҡ Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы һәм Ленин районы буйынса прокуратура вәкилдәре ҡатнашҡан.

"Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары сығанаҡтарында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таралыр, — тип билдәләне Олег Котов. - Ике бала зыян күргән. Билдәләп үтергә кәрәк, рөхсәтһеҙ батут көслө ел сыҡҡанға тиклем - яҡынса 15.00 сәғәттә урынлаштырылған. Әлеге ваҡытта урында тәфтиш-оператив хеҙмәттәр эшләй”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас