

Баланы лагерға ебәрергә ниәтләһәгеҙ, балалар һауыҡтырыу учреждениеһын һайлауға етди ҡарағыҙ, башҡалар ҡалдырған фекер-тәҡдимдәрҙе, климат һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе өйрәнегеҙ.
Һауыҡтырыу лагеры менән килешеү төҙөгәнгә тиклем түбәндәге мәғлүмәттәрҙе белешегеҙ:
- һауыҡтырыу ялын тормошҡа ашырған ойошма тураһында белешмә (исеме, ойоштороу-хоҡуҡи формаһы, теркәлеү тураһында мәғлүмәттәр);
- “Роспотребнадзор” идаралығы биргән санитария-эпидемиология һығымтаһы тураһында мәғлүмәт. Был документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты – бер йыл. Әгәр лагерҙа пляж булһа, уны рекреация зонаһына (йәғни пляжға) санитария-эпидемиология һығымтаһы булған осраҡта ғына файҙаланырға мөмкин;
- балаларҙы һауыҡтырыу эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға медицина лицензияһы йәки ошондай лицензияһы булған медицина учреждениеһы менән ғәмәлдәге килешеү булыуы тураһында мәғлүмәт;
- учреждениеның кәрәкле белгестәр менән тәьмин ителеүе һәм уларҙың квалификация кимәле, учреждениеның техник йыһазландырылыуы (ҡорамалдар, аппаратура, спорт һәм туризм ҡорамалдары, транспорт һ.б.) тураһында мәғлүмәт;
- балаларҙы урынлаштырыу шарттары, уларҙың туҡланыу режимы, көн тәртибе, ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) балаларға килеү шарттары тураһында мәғлүмәт;
- медицина һауыҡтырыу процедуралары исемлеге тураһында мәғлүмәт.
Балаларҙың ял итеү һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларының берҙәм реестрында лагерь булыу-булмауын мотлаҡ тикшерегеҙ (https://education.bashkortostan.ru/documents/active/422307/).
Баланы һауыҡтырыу лагерына ҡабул итеү өсөн кәрәкле төп документтар:
Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең үҙенсәлеген һәм комплексын иҫәпкә алып, ойошмалар өҫтәмә талаптар ҡуя ала.
Роспотребнадзор идаралығының ҡыҙыу элемтә телефоны 8-800-77-50-170
Фото: “Башинформ” агентлығы.