

"Һандар уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр сиктәрендә ҡалһа ла, һыуҙағы фажиғәләр һәм юғалтыуҙар еңел кисерелмәй. Бигерәк тә балаларҙы юғалтыу йәл.
Һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре түбәндәгеләр: өлкәндәр иҫерек килеш бата, балалар өлкәндәр ҡарауынан мәхрүм ҡалыуҙан бәләгә тарый. Барыһы ла йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инә. Әгәр бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһәк, һыуҙағы фажиғәләр хәүефе кәмер ине", - тине ул.
Эдуард Иҙрисов ни өсөн йыһазландырылған пляжды һайлау мөһим булыуын аңлатты:
"Бындағы һыу ятҡылығының төбөн водолаздар тикшерә, унда һаулыҡҡа зыян килтерерлек әйберҙәр алып ташлана, тәрәнлеге ике метрға тиклем. Балаларға айырым һыу инеү урындары бар. Хәүефһеҙ зона ҡалҡыуыстар менән уратып алынған. Пляж ҡотҡарыу саралары менән йыһазландырылған. Пляжда матрос-ҡотҡарыусылар дежур итә, улар уҡыу үтә һәм оператив рәүештә беренсе ярҙам күрһәтергә әҙер".
Бөгөнгә республикала 174 рәсми пляж декларацияланған. Улар тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы сайтында һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында белергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының балалар лагерҙары биләмәһендә 11 пляж декларацияланған. Уларға ҡарата талаптар башҡа йыһазландырылған пляждарҙағы кеүек үк ҡәтғи.
Автор фотоһы.