Профилактик сараның маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалау, балаларҙың юлда һәм транспортта имгәнеүен иҫкәртеү.
Ағымдағы йылдың ике ай һөҙөмтәләре буйынса, республика биләмәһендә 16 йәшкә тиклемге балиғ булмағандар ҡатнашлығында 39 юл-танспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер бала һәләк булған, 42-һе тән йәрәхәте алған.
Юл-транспорт һәләкәттәренең төп өлөшө – водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында килеп сыҡҡан (58,9 проценты). Пассажир балалар ҡатнашлығында 23 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, унда бер бала һәләк булған һәм 25-е йәрәхәтләнгән. Өс осраҡта водителдәр йәш пассажирҙарҙы ултыртыу яйланмаларынан башҡа йөрөткәндәр.
Ағымдағы йылда йәйәүле балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары балиғ булмағандар менән булған һәләкәттәрҙең 41,1 процентын тәшкил итә. Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, балиғ булмаған йәйәүлеләрҙе тапатыуҙы профилактикалау, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ транспорт водителдәре тарафынан юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса маҡсатлы саралар үткәрелә.
Водителдәр! Йәш йәйәүлеләргә айырыуса иғтибарлы булығыҙ! Ихаталарҙа һәм балалар учреждениелары янында айырыуса һаҡлыҡ талап ителә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр автомобилдә балиғ булмаған бала бар икән, уның өсөн өлкәндәр яуаплы. 12 йәшкә тиклемге балаларҙы машинала йөрөткәндә балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән ҡулайламаларҙы файҙаланығыҙ, өлкәнерәктәргә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерегеҙ. Балалар автокреслоларыны һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын дөрөҫ һәм даими ҡулланыу ғына юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Ата-әсәләр! Балаларығыҙға экипировкаһында яҡтылыҡты кире ҡайтара торған элементтар булған кейем кейҙерегеҙ, улар тәүлектең ҡараңғы ваҡытында водителдәр өсөн күренеп торасаҡ.
Онотмағыҙ, улар һеҙҙән өлгө ала. Баланы урамға сығарыр алдынан юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөгөҙ.
Лилиә СӘХИПОВА,
район ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы.