- Бөгөн “Һөт кухняһы" Рәсәйҙә иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе булып тора, сөнки ул республиканың бөтә халҡын үҙ эсенә ала. Уға заманса юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған ете заманса етештереү майҙансығы һәм 132 таратыу пункты инә. Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Белоретта, Сибайҙа һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан.
Беҙҙең учреждениеның маҡсаты - һөт продукциялары менән ауырлы ҡатындарҙы, имеҙеүсе әсәләрҙе, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларҙы, шулай уҡ опекаға алынғандарҙы бушлай тәьмин итеү.
- Бушлай һөт ашамлыҡтарын алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм уны юллау өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
- Аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙгән әсәләргә был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн махсус туҡланыу һорап ғариза яҙыу, шәхесте раҫлаусы документ (паспорт) һәм мөмкин булғанса медицина ойошмаһынан белешмә тапшырыу талап ителә. Өс йәшкәсә балаларға туҡланыу алыу өсөн баланың тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтергә кәрәк. Документтарҙы "Һөт кухняһы" пункты, "Минең документтар" күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.
Ҡулланыусылар һаны көндән-көн артыуға ҡарамаҫтан, беҙ граждандарҙан килгән документтарҙы тикшереү сроктарын ҡыҫҡарттыҡ. Хәҙер ғариза яҙыусылар һөт ашамлыҡтарын 5 эш көнө эсендә аласаҡ.
- Бушлай һөт ашамлыҡтары исемлегенә нимәләр инә?
- “Һөт кухняһы” 23 төр продукция етештерә. Улар араһында һөт, эремсек, төрлө тәмле һәм төргәктәрҙәге бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн йогурт, балалар печеньеһы бар. Ә 2024 йылдан өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн яңы төр һөт ризыҡтары – ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығарыла башланы.
Шулай уҡ тыуғандан алып бер йәшкә тиклемге балаларға ҡоро ҡушылмалар, йәш ярымдан ике йәшкә тиклем бутҡалар, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға витаминдар ҡушылған ҡоро ҡушылмалар бирелә.
- Был һөт ашамлыҡтарының сифаты яҡшымы?
- 2024 йылдың март айында беҙҙең «Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатын алды. Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ. Тулыһынса тәбиғи составтан торғанға күрә, уларҙы һаҡлау ваҡыты ла бик ҡыҫҡа.
Дөйөм алғанда, “Һөт кухня”һы менән ҡулланған кешеләрҙең барыһы ла ҡәнәғәт. Күпселеге продукция килтерелгәс тә килеп ала һәм яратып ҡуллана.
- Беҙҙең районда һөт ашамлыҡтарын күпме кеше ҡуллана һәм таратыу пункты ҡайҙа урынлашҡан?
- 21 мартҡа ҡарата Ҡырмыҫҡалы районы буйынса 336 ғаилә (шул иҫәптән 4 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләһе), бер йөклө һәм бер бала имеҙеүсе ҡатын бушлай туҡланыу ала.
Ҡырмыҫҡалылар уны Солтанғәлиев урамы, 1-се йорт адресы буйынса килеп алһалар, Ҡабаҡ ауылын да йәшәүсе 63 ғаиләгә һәм Прибельский ауылындағы 47 ғаиләгә алып барып таратыу ойошторолған. Бушлай продукция Ҡырмыҫҡалы ауылында шишәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем таратыла. Теләүселәргә һөт ашамлыҡтарын шаршамбы 10.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем һатып алырға мөмкин .
- Ә был продукцияны тағы ҡайҙа алырға мөмкин?
- “Һөт кухняһы” ашамлыҡтары шулай уҡ “Байрам” магазиндарында бар.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл Азат ҡыҙы.
Гөлсәсәк Аласова.
Айгөл Әхмәтвәлиева, Ҡырмыҫҡалы ауылы, өс бала әсәһе: - Мин әлеге ваҡытта өсөнсө ҡыҙым менән декрет ялындамын. Өс балама ла аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, бушлай һөт ризыҡтары юллап алдым. Документтар юллауы оҙаҡ түгел, хәҙер сайт аша ла ғариза яҙырға мөмкин. Шулай уҡ үҙем йөклө булғанда һәм бала имеҙгәндә лә ҡоро ҡушылмалар ала инем. Бындағы һөт, йогурт, эремсек тәмле, сифатлы һәм тәбиғи, балаларым бик яратып ашайҙар. Уларҙы күршеләремә, өлкән йәштәге әбейҙәргә лә ашатып ҡарайым. Бик оҡшаталар, үҙҙәре лә һатып алалар. Кәрәк саҡта беҙ ҙә “Байрам” магазинынан һатып алабыҙ.