Ғафури районының Иҫке Тайыш ауылын ике яҡтан уратып Еҙем йылғаһы аға. Быйыл уның бер үҙәнендә боҙ тығылыу сәбәпле, хәүефле хәл барлыҡҡа килгән: көслө ташҡындан яр емерелә башлаған. Ошо сәбәпле бер нисә йорт хужалығы ҙур хәүеф алдында ҡалған. Ауыл халҡы хәүеф биләмәһендәге йорттарҙы һүтеп, икенсе урынға күсерергә ҡарар иткән. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Имәндәш ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Нуғайғолов хәбәр иткән.
– Ауыл халҡы бөгөн хәүеф зонаһында булған бер йортто һүтте. Иртәгә өмә яһап, икенсеһен күсерергә кәрәк буласаҡ, – тигән Әхнәф Нуғайғолов.
Әлеге ваҡытта республикала халыҡты ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау, һыу баҫыу осраҡтарында дөрөҫ эш итеү йәһәтенән иҫкәртеү эштәре алып барыла.
https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2025-03-20/keshel-r-y-ren-terg-m-zhb-r-4164596