Был операцияның маҡсаты – граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа язаның ҡотолғоһоҙ булыуы принцибын тәьмин итеү һәм хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн уларҙан штрафтарҙы максималь түләтеү.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһы буйынса алдан билдәләнгән штрафтарын ваҡытында түләмәгән осраҡта мең һумдан дә кәмерәк булмаған штрафтарҙы икеләтә түләтеүҙән алып 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу язаһы ҡаралған.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының район буйынса бүлеге менән берлектә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлеге административ штрафтарҙы түләтеү маҡсатында рейдҡа сығасаҡ.
Рәзилә ҠОБАҒОШЕВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса өлкән инспекторы, полиция капитаны.