Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
20 Февраль 2025, 05:34

Ҡот осҡос үлемгә ҡаты һалҡындар сәбәпсе!

Ҡатындарҙың туңған кәүҙәләре табылған.

Ҡот осҡос үлемгә ҡаты һалҡындар сәбәпсе!Ҡот осҡос үлемгә ҡаты һалҡындар сәбәпсе!
Ҡот осҡос үлемгә ҡаты һалҡындар сәбәпсе!

Яңыраҡ  Салауат районында йәшәгән ике ҡатын туңып үлгән. Үлемесле осраҡтарға  һалҡын көндәр сәбәпсе.

17-нән 18 февралгә ҡарай төндә Малаяҙ ауылында 63 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен  үҙ өйөндә тапҡандар. Ул шәхси йортта, мейесе янында туңып үлгән. Мейес яғылмаған булған. Уның эсеү-эсмәүе әлегә билдәле түгел.

Тағы ла бер ҡатындың туңып үлеүе Йонос ауылында теркәлгән. Уға 54 йәш булған. Ҡатындың ире менән йәшәүе билдәле, ул был ваҡытта төнгө дежурҙа эштә булған. Ҡатындың туңған кәүҙәһен күршеләре урам уртаһында тапҡан. Ул өҫкө кейемдә, ләкин аяҡ кейемһеҙ булған.

Ауыл советында был ғаиләне имен тигәндәр. Ҡатындың ни сәбәпле үлеүе асыҡлана.

Автор:Гөлнара Солтанова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас