Осрашыуҙа урындағы хакимиәт вәкилдәре, ауыл халҡы, шулай уҡ проектта ҡатнашыусылар, эшкә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар буйынса фекер алышыу өсөн йыйылды. Йыйылыш барышында проектты ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре тәҡдим ителде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар йәш быуын араһында тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм патриотизм тәрбиәләүҙең әһәмиәте тураһында фекер алыштылар. Улар «Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу урыны» проекты менән был программала ҡатнашасаҡ. Был проект өсөн күпселек тауыш бирҙе.
Тауыш биреү юлы менән инициатив төркөм һайланды. Уға Зинира Ришат ҡыҙы Моратова (рәйес), Риф Лотфулла улы Мөхәмәтҡолов, Винера Рафаил ҡыҙы Сәйфетдинова, Зимфира Харис ҡыҙы Ғәлиева, Бибиямал Миңлебай ҡыҙы Әһлиуллина инде.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының мәсьәләләре буйынса фекер алышыу барышында халыҡ тарафынан һәр йорттан 1000 һум йыйырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Ғәлиә Садиҡова.