Атйетәр ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Быйыл да иң актуаль проблемаларҙы бергәләп һайлау өсөн Шишмә ауылына йыйылдылар.
15 ғинуар көндө Шишмә ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу өсөн йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе. Көн тәртибендә түбәндәге һорауҙар ҡаралды:
1. Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән ижтимағи инфраструктура проекттары конкурсы тураһында мәғлүмәт;
2. Конкурста ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө проблемаларҙы билдәләү;
3. Финанслау өсөн халыҡтың килемен билдәләү;
4. Артып ҡалған осраҡта, аҡсаларҙы ҡайҙа йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул итеү.
Йыйылышты ауыл биләмәһе башлығы Гөлйөҙөм Уразбахтина алып барҙы. Ул ҡатнашыусыларҙы конкурстың бурыстары, ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, шулай уҡ ауыл халҡының өҫтөнлөклө проблемаларын үҙҙәре һайлаған программала ҡатнашыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне.
Ауыл халҡы тарафынан “Шишмә ауылының Йылға, Мәктәп урамдарын һәм урам яҡтыртҡыстарын ремонтлау” тигән ике төп проект тәҡдим ителде.
Дөйөм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса халыҡ бер тауыштан әлеге программала ҡатнашырға һәм иң мөһим бурыс итеп “Шишмә ауылының Йылға, Мәктәп урамдарын һәм урам яҡтыртҡыстарын ремонтлау” тигән ике төп проектты тәҡдим итте.
Мария ИВАНОВА.