Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
30 Ғинуар 2025, 05:31

Изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын!

Иҫке Аҡташ ауылы клубында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.

Изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын!Изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын!
Изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын!

Белеүебеҙсә, был программа – ауыл халҡының проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеүгә йүнәлтелгән ысынбарлыҡта эшләп килгән программаларҙың береһе булып тора. Уның ярҙамында ауылдағы бик күп кенә социаль мәсьәләләр хәл ителә. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн ауыл халҡының үҙҙәренең ҡатнашыуы зарур. Шулай уҡ улар финанс яҡтан ярҙам күрһәтеү һәм проекттың тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә.
- Быға тиклем беҙ йыйылышып, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса фекер алышҡан инек. Халыҡ әлеге программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Сахай ауыл Советы биләмәһе башлығы Ришат Хөснөтдинов.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, хәл итеү өсөн өс көнүҙәк проблема тәҡдим ителде. Был – урамдарҙы яҡтыртыу, зыярат ҡоймаларын яңыртыу һәм тағылмалы янғын мискәһе һатып алыу. Иҫке Аҡташ халҡы бер тауыштан янғын мискәһен һатып алырға тигән ҡарарға килде.
Наилә Фәхретдинова, Миләүшә Хәбирова, Марат Сәйфуллин, Резеда Караханян, Баязит Ғиззәтуллин, Рәфис Уразгилдиндан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар аҡса йыйыу, халыҡҡа хәбәр итеү һәм башҡарылған эштәрҙе күҙәтеү аҫтында тотоуҙа ярҙам күрһәтәсәк.
Венера ҒАФАРОВА.

Автор:
Читайте нас