Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
29 Ғинуар 2025, 10:56

Урындағы башланғыстар – тыуған яҡ файҙаһына

Ефремкин ауылында 2025 йылға “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуға бағышланған граждандарҙың йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Урындағы башланғыстар – тыуған яҡ файҙаһынаУрындағы башланғыстар – тыуған яҡ файҙаһына
Урындағы башланғыстар – тыуған яҡ файҙаһына

Ауыл биләмәһе хакимиә­те йыйылыштар үткәреп, унда халыҡ өсөн айырыуса мөһим мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары, шулай уҡ про­ектты финанслауға индергән өлөштөң күләме тураһында фекер алыштылар. Йомғаҡлау йыйылышында бер тауыштан өҫтөнлөклө бурыс – Ефремкин ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт уйындары майҙан­сығын төҙөкләндереү мәсьәләһе ҡаралды һәм ҡабул ителде.

Проекттың төп маҡсаты – ял итеү һәм физик әүҙемлек өсөн хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡтырғыс урын булдырыу. Ефремкиндар майҙансыҡ уйындар өсөн генә түгел, ә бөтә ғаиләләрҙе үҙенә тартып торған урын буласаҡ, тип ышаналар.

Тауыш биреү юлы менән Валентина Иванова, Ирина Се­менова, Инна Кириллова, Рая Кириллова, Марфа Федорова, Ирина Сомова, Валерий Дми­триев, Григорий Федоров, Ни­колай Федоров, Нина Данило­ванан торған инициатив төркөм һайланды. Активистар кәрәкле документация әҙерләү өсөн яуа­плылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ. Ең­гән осраҡта, улар халыҡтан аҡса йыйыу һәм эштәрҙең үтәлешен күҙәтеү аҫтында тотоу менән шөғөлләнәсәк.

Йомғаҡлау йыйылышының мөһим өлөшө - балалар май­ҙансығын проектлауҙы уңышлы ғәмәлгә ашырыу өсөн эш планы тураһында фекер алышыу. Ини­циатив төркөм архитектура пла­нын эшләү һәм подрядсыларҙы һайлау бурысын үҙ өҫтөнә алды, был аҡсаларҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға ярҙам итәсәк. Әүҙем кешеләр майҙансыҡ ди­зайны өҫтөндә эшләй башлаған да инде.

Урындағы халыҡты проектҡа әүҙем йәлеп итеү иҫәбенә шулай уҡ эш барышы тураһын­да отчет биреү һәм яңы идея­лар тураһында фекер алышыу өсөн даими осрашыу үткәреү планлаштырыла. Был ауылда ышаныс һәм хеҙмәттәшлек ат­мосфераһы тыуҙырасаҡ һәм, һис шикһеҙ, Ефремкин ауыл Советының алға табан үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Наталья ИВАНОВА.

Автор:
Читайте нас