Программа сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районында тормошҡа ашырыла торған проекттар ауыл халҡының иң мөһим проблемаларын хәл итергә ярҙам итә.
Ҡамышлы ауыл Советы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында әүҙем ҡатнаша, уларҙың берҙәмлеге еңеүгә ярҙам итә.
- Беҙ йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашабыҙ. Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең әүҙемлеге һәм битараф булмауы һөҙөмтәһендә беҙҙең проекттар еңеүсе булып таныла. Шулай итеп, был программа сиктәрендә Ҡамышлы ауылының Мәктәп, Малай ауылының барлыҡ урамдарындағы юлдар ремонтланды, трактор һатып алдыҡ һәм Үрге Төкөн ауылы клубының түбәһе ремонтланды.
Программа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам булып тора, шуға күрә беҙ киләсәктә лә унда әүҙем ҡатнашабыҙ һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешәбеҙ, тип билдәләп үтте ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин.
Был юлы Түбәнге Төкөн ауылы халҡы бәхетен һынап ҡарарға булды. Барлыҡ кәрәкле эштәрҙе башҡарҙылар: халыҡ бер тауыштан 2025 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте, ауылдың мәсет бинаһын ремонтлау, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу, мәктәп бинаһының тәҙрә уйымдарын капиталь ремонтлау кеүек мөһим проблемалар билдәләнде.
Ошо көндәрҙә үткәрелгән йомғаҡлау йыйылышында халыҡ бер тауыштан “Мәктәп бинаһының тәҙрә уйымдарын капиталь ремонтлау” проекты өсөн тауыш бирҙе.
Көн тәртибендәге мәсьәләләрҙең береһе инициатив төркөм эшенә бағышланды. Инициатив төркөм – ул муниципаль берәмек хакимиәтенә проектты әҙерләргә һәм өлкә бюджетынан субсидиялар алыу өсөн конкурсҡа документтар әҙерләү ваҡытынан алып ремонт эштәре тамамланғанға тиклем барлыҡ стадияларҙа башҡарырға ярҙам итеүсе фекерҙәштәр командаһы.
Эш барышында инициатив төркөм ағзаларына бында йәшәүселәр, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, бизнес вәкилдәре, подрядсылар менән тығыҙ аралашыуға тура килә. Инициатив төркөм ағзалары үҙ бурыстарын һәм мөмкинлектәрен теүәл күҙ алдына килтерергә, проекттың асылын яҡшы аңларға һәм уның тураһында һөйләй белергә тейеш. Шунан сығып инициатив төркөм составына эште ойоштора һәм проектты ғәмәлгә ашырыуҙың барышы тураһында халыҡҡа мәғлүмәт бирә белеүсе әүҙем кешеләр: Эльвира Үтәкова, Рәмилә Намаҙғолова, Рита Дәүләтшина, Ғәзимә Юлмөхәмәтова, Татьяна Хөсәйенова, Рәүиә Хәмитова инде. Улар хәлде объектив баһаларға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә һәләтле, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһын ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһе бар. Уларҙың тәжрибәһе һәм белемдәре һәр кем өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.
Эльвира ҒИМРАНОВА.