Даирә
+21 °С
Болотло
Көнүҙәк
13 Ғинуар 2025, 03:42

«Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?»

“Башан” ҡушаматлы яугир 2023 йылдың мартынан бирле махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

«Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?»«Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?»
«Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?»

 “Башан” Олокүл ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән үк ул музыкаға тартыла. Башта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге респу­блика гимназияһын, һуңынан Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Биш йыл Рәсәй Федерацияһы По­четлы ҡарауылының өлгөлө хәрби оркестрында хеҙмәт итә.

-Был Рәсәй Федерацияһы­ның Ҡораллы Көстәренең музыка башҡарыу өсөн билдәләнгән мах­сус штатлы хәрби бүлексәһе. Уның музыканттары сит ил, хөкүмәт һәм хәрби делегацияларҙы ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала, дәүләт әһәмиә­тендәге төрлө сараларҙы оҙата бара. Беҙ дәүләттәрҙең беренсе заттарын осраттыҡ. Владимир Путин, Дми­трий Медведев, Барак Обаманы күрҙем, -ти әңәмәләшеүсем.

Оркестрҙа хеҙмәт иткәндән һуң “Башан” тыуған яғына ҡайта. За­водта эшләй башлай, улдарын тәр­биәләү менән шөғөлләнә. Ә 2024 йылдың мартында үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. “Ни өсөн махсус хәрби операция зонаһына барырға бул­дығыҙ?” – тигән һорауға ул: “Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?” – тип яуап бирҙе.

“Башан” миномет расчетында командир булып хеҙмәт итә.

- Дошман объекттарына 120 минометтан атабыҙ. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, алдыбыҙға ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәй­беҙ. Башҡа хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бергә эшләйбеҙ, -тип бил­дәләне яугир.

Күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби опера­цияла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.

Яугир тыуған яҡтан килгән ярҙам айырыуса мөһим, тип ур­таҡлаша. Өйҙә уны ғаиләһе һәм яҡын кешеләр көтә. Күптән тү­гел “Башан” яраланып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып киткән. Әлеге ваҡытта махсус операция зонаһын­да хәрби вахта алып бара.

Ул хәрбиҙәрҙең ял минутта­рында яҡындары менән аралашы­рға тырышыуҙары тураһында һөйләй. Ә “Башан” татар телен­дәге йырҙарҙы, айырыуса яратҡан йырсыһы Салауат Фәтхетдиновты тыңларға ярата икән.

- Үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлаһам, тәнгә йылылыҡ йүгерә, кәйеф күтәрелә, үҙеңдә көс өҫтәл­гәндәй тояһың,-ти ул.

Яугиргә һаулыҡ, уңыштар, именлек, Еңеү яулап, тиҙерәк өй­ҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 

 Әйткәндәй, республикала контракт төҙөгән­дәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 2 миллион һумға тиклем арттырылды.

Хеҙмәт итеү йылында 4 520 000 һум аҡса эшләр­гә мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы­лар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн республикала шулай уҡ 40-тан ашыу льгота ғәмәлдә: фатирҙарға ташламалар, шифаханаларға путевкалар, балалар өсөн бушлай белем биреү һәм башҡалар.

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шыл­тыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.

Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас