Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Декабрь , 11:14

Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс

Илтуған ауылында урынлашҡан тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законды тормошҡа ашырыу комиссияһының сираттағы ултырышы уҙғарылды.Комиссия эше башланғанға тиклем йыйылыусылар музей етәксеһе Клара Ғәйфуллина оҙатыуында бай экспонаттар менән тулы залдар буйлап матур сәйәхәт ҡылды, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс
Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс
  • Комиссия эшендә райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар һәм комиссия ағзалары ҡатнашты. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезының резолюцияһы менән танышты.
    Комиссия рәйесе урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева ултырышты асып, комиссияның үҙгәртелгән составы менән таныштырҙы һәм тәүге һүҙҙе район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтоваға бирҙе.
    Ҡоролтай рәйесе райондың төп йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге, Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан алып ҡайтҡан тәьҫораттары тураһында ентекләп һөйләне, уның сығышында бик күп файҙалы, тәрбиәүи, рухландырғыс мәғлүмәт яңғыраны.
    - Телде һаҡлап ҡалыу – беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Иң беренсе сиратта, һәр кем өйҙә туған телдә һөйләшеүҙе өҫтөн ҡуйырға, икенсенән, милли матбуғатҡа яҙылырға, өсөнсөнән, интернет селтәрендә лә туған телдә аралашыуҙы таратырға бурыслы, - тине Илмира Әнүәр ҡыҙы.
    Гөлнара Иҫәнбаева "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы комиссияның эш планы проекты, шулай уҡ терминология комиссияһы төркөмөнөң составы, муниципаль кимәлдәге оператив кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа, районда уҙған сараларҙа сығыштарҙы ике дәүләт телендә үткәреүҙе тәьмин итеү, районда муниципаль комиссиялар өсөн методик тәҡдимдәр төҙөү тураһында һөйләне.
    Комиссия секретары Гүзәл Сыңғыҙова үҙ телмәрендә 11 декабрҙә, баш ҡалала уҙғарылған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” ғы семинар-уҡыуҙан алып ҡайтҡан мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты. Ул республика менән идара итеү үҙәгендә махсус чат-бот булдырылыуы, уның ярҙамында алтаҡталарҙа, юл билдәләрендә, туҡталыштарҙа, урам исемдәре яҙылған табличкаларҙа, реклама плакаттарындағы орфография, грамматик һәм пунктуация хаталары тураһында хәбәр итергә мөмкинлеге һәм беҙҙең районда ла телеграмм-каналында бындай чат-бот төҙөргә кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
    Терминология комиссияһы рәйесе Рушания Хәмәтғәлимова уның һүҙен дауам итеп, ойошма һәм предприятиеларҙың алтаҡталарының, сауҙа үҙәктәрендәге яҙыуҙарҙың, бланктарҙың дөрөҫлөгөн ҡарап сығыу һәм хаталарын төҙәтеү буйынса һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, тип билдәләне.
    Музей директоры Клара Ғәйфуллина ла бөгөнгө көндә телдең юғалып барыуына борсолоуын белдереп, балаларҙа башҡорт теленең әҙәбиәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тәрбиәләү күпселек уҡытыусыларҙың иңенә төшә. Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына программаларҙағы ҡалыптарҙан, ҡағиҙәләрҙән бер аҙ тайпылып, дәрестәрҙе йомаҡтар, тиҙәйткестәр, уйындар менән ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп үткәрергә кәрәк, балаларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләйек, һөйләшергә өйрәтәйек, тип мөрәжәғәт итте. Ул шулай уҡ мәктәп балалары өсөн экскурсияларҙы рус һәм башҡорт телдәрендә алып барырға әҙер булыуы хаҡында әйтте.
    Артабан район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева “Районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уҡытыу эшмәкәрлеге” һәм 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Бүләкова “Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү” темаларына сығыштар яһаны.
    Һәр сығыштан һуң тәҡдим-теләктәр әйтелде, һорауҙар бирелде, фекер алышыу булды.
    - Мәктәпкә телдәре русса асылған балалар уҡырға килә. Уларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтеү, һөйләү телмәрен үҫтереү уҡытыусыларҙан бик күп көс талап итә.
    Башҡа милләт балалары тәнәфес ваҡытында үҙ телдәрендә һөйләшкәнен күреп, беҙҙең балаларҙың башҡортса аралашмауына йән көйә. Ата-әсәләр балалары менән өйҙә мотлаҡ үҙ телдәрендә һөйләшһендәр ине, - тип үҙ фекерен белдерҙе Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Ғафарова.

    Өҫтәмәләр һәм тәҡдимдәрҙән һуң мәктәп һәм балалар баҡсаларында уҙғарылған йыйылыштарҙа
  •  
     
    ата-әсәләр менән башҡорт телен уҡытыу мөһимлеге тураһында әңгәмә алып барырға, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эште йәнләндерергә, балалар баҡсаларында туған телдәге методик ҡулланмалар, дидактик материалдар, башҡорт теленә өйрәтеүсе, тәржемә итеүсе уйынсыҡтарҙы булдырырға һәм ҡулланырға, урындағы телевидениела һәм район гәзиттәрендә башҡорт телен пропаганадалау буйынса күләмле эш алып барырға тигән проекттар ҡабул ителде.
    Бергәләп туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, милләттәштәр!
    Гөлсәсәк Аласова.
    Автор фотолары.
    Республикала «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» (t.me/bashnamebot) рус һәм башҡорт телдәрендә хәбәрҙәр ҡабул итә, ул Telegram мессенджерында эшләй. Чат-ботҡа
    алтаҡталарҙа, урам атамаларында һәм рус, башҡорт телдәрендәге башҡа яҙыуҙарҙа булған хаталар тураһында һәр кем хәбәр итә ала.
Фания Салимгареева
  •  
     
  •  
    Вилмир бикметов
Даирә Гәзите
  •  
    Аждаһа йылында тыуғандар йылдарын нисек үткәргән?
    Юлай Ҡунаҡбаев, Үрге Төкөн ауылы:
    - Мин – биш ҡыҙ атаһы. Балаларым ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландырып тора. Ошо көндәрҙә алтыш йәшемде билдәләнем, быйыл бүләк булып унынсы ейәнем Камил тыуҙы. Иң тәүге ейәнсәрем Миләүшә - һыу транспорты (йылға) колледжы студенты. Ул дүрт ай буйы практика үтте - Түбәнге Новгород һәм Ярославль ҡалалары араһында Волга йылғаһы буйлап теплоходта йөҙҙө. Уның ебәргән фотоларын күреп, һөйөнөп торҙом. Уға быйыл 18 йәш тә булып китте! Уны ихлас күңелдән ҡотларға килдек. Ә ейәнсәрем Аделия беренсе класҡа уҡырға төшөп ҡыуандырҙы. Ҡатыным Гүзәлиә менән балаларыбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ. Шуны әйтергә кәрәк, атай-әсәйемдең иҫән булыуы ла күңелгә рәхәтлек бирә. Улар беҙгә, беҙ уларға терәк-таяныс булып торабыҙ.
    Фәнүрә Ғирфатова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
    - Йыл балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр менән аралашып үтеп китте. Азат улым тәүге көндәрҙән үк мобилизация буйынса офицер булараҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Туғандар менән бергә уны ҡаршы алып, осрашыуҙар, Ҡөрьән аяттары үткәрҙек.
    Йәйен Ҡазан ҡалаһына барҙым. Ҡаланың иҫтәлекле урындарына һоҡландым. Мәсеткә инеп, белгән доғаларымды уҡып сыҡтым. Шулай уҡ Торатауға сәйәхәт ҡылдым. Ғорур Шихан тауға күтәрелеп, тирә-яҡтың матурлығына һоҡландым. Тау башында ла донъяларҙа тыныслыҡ урынлашып, хәрби операцияла йөрөгән уландарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылдым.
    Йыл буйы С.М.Чугункин исемендәге мәктәп бинаһында урынлашҡан штабҡа маскировкалау селтәрҙәре, халаттар үрергә, мендәрҙәр яһарға һәм башҡа эштәр башҡарырға йөрөнөм.
    Вилмир Бикмәтов, Боҙаяҙ ауылы:
    - Ҡатыным Фәриҙә Фидрат ҡыҙы менән икебеҙ ҙә Аждаһа йылында тыуғанбыҙ. Беҙҙең өсөн йылыбыҙ һәр йылдағыса һәйбәт кенә булды. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлап, татыу йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ өсөн дә шатбыҙ. Икеһе лә Өфө ҡалаһында юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар.
    Ғүмер буйы “Артемида” хужалығында механизатор булып эшләйем. Йыл еңелдән булмаһа ла, хужалығыбыҙҙа мул уңыш үҫтерҙек һәм йыйып алдыҡ. Йыл да тиерлек хеҙмәтемде баһалайҙар. Быйыл да район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләндем.
    Йылан йылында тыуғандар яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлай?
    Әлфиә Ирмәкова, Алайғыр ауылы:
    - Йылан йылында тыуһам да, мин йыландарҙан бик ҡурҡам. Шулай ҙа йыланды тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе булараҡ, һуғыш бөтөп, еребеҙгә тыныслыҡ килер, тигән өмөттә көтәм. Яңы йылға аяҡ баҫҡанда ғәмәлдәребеҙ изге, ризыҡтарыбыҙ хәләл, күңелебеҙ тулы иман булһа, теләктәребеҙ ҡабул булыр. Йыланға иҫке ҡабығынан ҡотолоу хас. Тимәк, иҫке проблемаларҙан ҡотолоп, “яңыртылған килеш” яңы йылға керәйектер. Иң мөһиме, һаулыҡ кәрәк. Йәшәйек әле сәләмәт булып.
    Әсҡәт Яҡупов, Иҫке Бәпес ауылы:
    - Минең иң ҙур теләгем: һуғыш тиҙерәк тамамланһын да махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәр иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһындар. Улар араһында ейәнебеҙ Искәндәр ҙә бар. Уның иҫән-имен ҡайтыуын көтәбеҙ. Киләһе йыл бар ғаиләләргә лә именлек, байлыҡ алып килһен, уңышлы булһын. Илебеҙ яңынан нығынып, иң алдынғы илдәр исемлегенә инһен.
    Әлиә Байғусҡарова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
    - Йәй уртаһында яңы йортобоҙға сыҡҡайныҡ. Киләһе йылда йорттағы, гараждағы һәм башҡа эштәрҙе теүәлләргә иҫәп тотабыҙ. Эш кенә түгел, ғаилә менән бергәләп ял итеү ҙә кәрәк. Хозур Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт ҡылырға уй бар. Иҫтәлекле урындарҙа булып, йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итеү үҙе ни тора! Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең менән бергә матур урындарҙы күрһендәр.
    Атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ менән татыулыҡта, аралашып, ярҙамлашып, бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен. Донъялар тынысланһын, күңелдәребеҙ шатлыҡ менән тулы булһын!
 

 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: