Башҡортостанда алдағы көндәрҙә көслө ҡар яуыуы һәм һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана. Синоптиктар декабрҙең икенсе яртыһында һәм ғинуарҙа ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләне.
Уралда циклон эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә республиканы көслө ҡар ҡаплаясаҡ. Төрлө көсөргәнешлелектә ҡар яуыуы көтөлә. Ҡар ҡатламының бейеклеге күпкә артыуы һәм декабрь климаты нормаһына етеүе ихтимал. Әлегә ҡар ҡатламы норманан 7-10 сантиметрға түбәнерәк. 12 һәм 13 декабрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында буран һәм көслө ел фаразлана. Юлдарҙа урыны менән көрт, боҙлауыҡ. Циклондың йылы секторында 12 декабргә төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градусҡаса йылыта.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге белгестәре алдағы аҙнала ҡар яуыуын күҙаллай. Ял көндәренә һауа температураһы көндөҙ -11,-12, төндә 21 градусҡаса түбәнәйә. Дүшәмбенән йәнә - 6 градусҡаса йылытасаҡ.
Гисметео синоптиктары оҙайлы прогноз бирә. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, декабрь буйына йылы була, көндөҙгө һауа температураһы -7 градустан түбән төшмәй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Яңы йыл төнөндә лә көслө һалҡындар булмай. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә шул уҡ -7 градус, 1 ғинуарҙа көндөҙ бер градусҡа юғары булыуы көтөлә. Яңы йыл каникулдарында һәм унан һуңғы көндәрҙә һауа температураһы шулай уҡ һалҡынса - көндөҙ -6, төндә -7 градус була.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.